2009 йылда спектакль өсөн махсус яҙылған йырҙар Хәсән Усманов һәм
Арыҫлан Йәнбәков башҡарыуында яңғырай
Донъя мөхәббәткә ҡоролған, тиҙәр. Ә нимә һуң мөхәббәт тигәнең? Яраткан кешеңдең һәр ваҡыт яныңда булыуымы, әллә берәү өсөн йәнеңде урталай ярып бирергә әҙер булыумы? Бәлки әллә ни ҙур хистәргә өмөт итмәй, бары менән ҡәнәғәт булыуҙыр?.. Мөхәббәт тигәнең әллә күпме һорауҙар алдына баҫтырып ҡуя, ә яуабын һәр кем үҙенсә эҙләргә мәжбүр – донъяла нисәмә ғашиҡ йән булһа, мөхәббәттең аңлатмаһы ла шул тиклем…
Әҫәрҙең үҙәгендә – Хәбир менән Әнисә, береһе – эшҡыуар, икенсеһе – уҡытыусы. Һуңлап табышҡан бәхетле йәрҙәрҙең тормошо бер көн килеп ҡырҡа үҙгәрә – “Кеше өлөшөнә инеү –гонаһ”- тип Әнисә осрашыуҙарҙан баш тарта. Кеше өлөшө тигәне – һөйгәненең законлы ҡатыны, ике улы бар. Хәбир үҙ ҡатынын айырып, Әнисәгә өйләнергә лә риза – әммә Әнисә, кеше бәхетен емереүгә ҡәтғи ҡаршы. Әнисәне тормошоноң йәме, ҡатын-ҡыҙҙар аллаһы, фәрештә итеп күргән Хәбир һөйгәненең был аҙымынан аптырап ҡала, “Яратыу гонаһмы?” – тигән һорау уның да күңелен биләп ала. “Яратыу гонаһмы?” – был һорауға яуап эҙләп, Хәбир, үҙенең офисында секретарь булып эшләүсе йәш ҡыҙға, урамда һатыу итеп тороусы ҡарсыҡҡа, мәсеттәге муллаға мөрәжәғәт итә.
Туфан Миңнуллиндың пьесаһы буйынса
Ҡуйыусы режиссер – Айрат Абушахманов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев ис.Дәүләт премияһы лауреаты
Ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов
Композитор – Урал Иҙелбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
РОЛДӘРҘӘ:
Хәбир – Азамат Ғафаров, Башҡортостандың халыҡ артисы
Әнисә – Алһыу Ғәлина, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы / Милена Сираева, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Хәлил – Ирек Булатов, Башҡортостандың халыҡ артисы / Юнир Ҡоланбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Рәмзиә – Әлфирә Зәһиҙуллина
Хәбирә – Илсөйәр Ғазетдинова, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры / Нурия Ирсаева, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәгедәүләт премияһы лауреаты / Гүзәл Маликова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Хәҙрәт – Артур Ҡунаҡбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты / Сәғиҙулла Байегетов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
2009 йылда спектакль өсөн махсус яҙылған йырҙар Хәсән Усманов һәм Арыҫлан Йәнбәков башҡарыуында яңғырай.