ҠОТЛАЙБЫҘ!

ҠОТЛАЙБЫҘ!

2024 йылдың 10-11 мартында Өфөлә IV «АРТ-Ҡоролтай» Мәҙәни форумы үтте. Форум Башҡортостандың баш ҡалаһында 2021 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла һәм Рәсәй мәҙәниәте өлкәһендә стратегик ҡарарҙар ҡабул итеү маҡсатында профессиональ үҫеш һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу киңлеген формалаштырыуға йүнәлтелгән Рәсәйҙәге иң ҙур дискуссия майҙансыҡтарының береһе булып тора.

IV «Арт-Ҡоролтай» Мәҙәни форумы сиктәрендә композитор, театрҙың музыка бүлеге мөдире, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Иҙелбаев Урал Мирас улы Салауат Юлаев ордены менән, ә Башҡортостандың халыҡ артисы Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил улы Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде!

Бар коллектив, тамашасылар исеменән Урал Мирас улын һәм Сәғиҙулла Исмәғил улын юғары наградалары менән ихлас ҡотлайбыҙ!