Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы, ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Өфө ҡалаһы Советы рәйесе Марат Вәсимов ҡулынан Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
– Үҙ ғүмеремдә байтаҡ бүләктәр алһам да, бөгөн тулҡынландым, сөнки бығаса хеҙмәтем актер булараҡ баһаланһа, был юлы почет грамотаһы менән йәмәғәт эшмәкәре сифатында тәбрикләндем, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Хөрмәтулла Ғаззали улы.
Театр коллективы исеменән Хөрмәтулла Үтәшевты ихлас ҡотлайбыҙ, хеҙмәтегеҙ артабан да емешле, ғүмерле булһын!