ҠОҘАСА

Большая сцена
музыкальная комедия

12+

«Еңгә, еңгә — еңгә ул,
Еңгә һиңә тиң дә ул…
Әгәр ҡәҙерен белмәһәң,
Еңгә һиңә — ен дә ул!», –

шулай йырлап, «ярты еңгә — ҡәйнештеке!», тип, улы Басирға – тол ҡалған оло килене Шәмсиәне димләп, ә үҙе йәш ҡыҙ Назаға өйләнмәксе Яппар ҡарт. Дәлилдәре лә көслө уның: Шәмсиә икенсе иргә китһә, Яппарҙың бер атын, бер һыйырын, ярты өйөн алып китәсәк!..

Бер атыуҙа ике ҡуян алмаҡсы Яппар ҡарттың ниәттәре бойомға ашырмы һуң? Наза һылыу ҡарт ҡуйынындағы ҡаласҡа алданырмы икән?

Геройҙарҙың дәртле уйын-йырҙары, оркестр, хор, халыҡсан юмор тормош хаҡында гүзәл йырға тиң, үлемһеҙ «Ҡоҙаса»ға тағы ла мәртәбә өҫтәй, бәҫен арттыра.

Ҡуйыусы режиссер – Айрат Абушахманов Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Рәссам – Димитрий Хильченко

Музыкаль етәксе – Урал Иҙелбаев Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты

Вокал – Нурия Мортазина Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы

Балетмейстер – Сулпан Асҡарова Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы

Хормейстер – Афарим Аҡсурин Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

 

РОЛДӘРҘӘ:

Наза – Гүзәл Хәсәнова

Басир – Айнур Ситдыҡов

Яппар Рәүис Заһитов Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы

                – Алмас Әмиров Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты

Шәмсиә – Алһыу Бәхтиева Башҡортостандың халыҡ артисткаһы

                  – Светлана Хәкимова Башҡортостандың халыҡ артисткаһы

Ильяс Фәнис Рәхмәтов Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты

Мөхәмәтша мулла Илсур Байымов Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

                                       – Руслан Ғәлимов

Мәхмүзә Миңзәлә Хәйруллина Башҡортостандың халыҡ артисткаһы

Әхмәт Ринат Баймырҙин Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты

              – Таң Хөсәйенов

Күмәк сәхнәләрҙә театр артистары һәм театр оркестры ҡатнаша

 

Авторы спектакля

Richard Hernandez

Vice Chairman

Действующие лица и исполнители