ҠАЗАН ГАСТРОЛДӘРЕБЕҘ “ҠОҘАСА” СПЕКТАКЛЕ МЕНӘН ТАМАМЛАНДЫ

ҠАЗАН ГАСТРОЛДӘРЕБЕҘ “ҠОҘАСА” СПЕКТАКЛЕ МЕНӘН ТАМАМЛАНДЫ

Камал театры менән алмаш гастролдәребеҙҙең һуңғы спектаклен – “ҠОҘАСА” (Б. Бикбай, З. Исмәғилев, режиссер А. Абушахманов) музыкаль комедияһын уйнап, аҙна буйы дауам иткән тарихи мәҙәни сараларҙы тантаналы рәүештә йомғаҡланыҡ!

Гастролдәрҙе ябыу тантанаһы Ғ. Камал исемендәге Татар академия театрының яңы бинаһында урын алды. Сарала Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Татарстан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Дамир Нотфуллин һәм ике театр етәкселеге ҡатнашты. Башдрамтеатр коллективын уңышлы гастролдәре менән тәбрикләп, Татарстан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Дамир Данил улы бер төркөм ижадсыларға хөкүмәт наградалары тапшырҙы.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры урынбаҫары Иршат Фәйзуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева, драма артистары Айсыуаҡ Йомағолов, Айҙар Шәмсетдинов, Алмаз Йосопов Татарстан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Руслан Хайсаров, Рәмис Хәкимов, драма артисы Гөлназ Хайсарова Татарстан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.

Башҡортостандың халыҡ артистары Әхәт Хөсәйенов, Сара Буранбаева Татарстан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының “Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн” күкрәк билдәһе менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ!

Ҡунаҡсыл коллегаларыбыҙға – Камал театрына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Киләсәктә лә ошондай ихлас, ижади осрашыуҙар насип итһен!