ҠАЗАНДА АЛМАШ ГАСТРОЛДӘР

ҠАЗАНДА АЛМАШ ГАСТРОЛДӘР

10 – 16 ноябрҙә Ҡазан ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ҙур гастролдәре үтә. 7 көн дауамында Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә Башдрамтеатрҙың һуңғы йылдарҙа донъя күргән, тамашасы һөйөүен яулаған спектаклдәре барасаҡ. Алмаш гастролдәр Башҡортостан, Татарстан Республикаларының мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән ойошторола.

Гастроль программаһы түбәндәгесә:

10 ноябрь — «Бөйрәкәй / Бурёнушка» (Т. Ғарипова)

11 ноябрь — «Ҡара йөҙҙәр / Черноликие» (М. Ғафури, инсц. А. Абушахманов, Ш. Ғилманова)

12 ноябрь — «Йәш йөрәктәр / Молодые сердца» (Ф. Бурнаш)

12 ноябрь — «Һуңғы йәйләү. Джут» (О. Жанайдаров) (Универсаль зал)

13 ноябрь — «Ай тотолған төндә / В ночь лунного затмения» (М. Кәрим)

14 ноябрь — «Йырланмаған йырым һин… / Неспетая песня моя…» (В. Исхаҡов)

15 ноябрь — «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем / Не успела сказать “люблю”» (Г. Гиззәтуллина)

16 ноябрь — «Ҡоҙаса / Кодаса» (Б. Бикбай, З. Исмәғилев)

Спектаклдәр рус теленә синхрон тәржемә ителә.
Тамашалар Ҡазан ҡалаһының Татарстан урамы, 1 һәм Һаҙый Таҡташ урамы, 74 адрестары буйынса ҡуйыла.

Билетты театр кассаһында һәм онлайн алып була: www.bashdram.ru, www.kamalteatr.ru

Белешмәләр өсөн телефон: +7 (937) 497-50-73