12 март 19:00 сәғәттә М.Ғафури исем. Башҡорт дәүләт академия драма театры “Килен” драмаһы менән Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ театр – концерт берләшмәһе сәхнәһендә.
Кейәүгә сыҡҡанда Аҡйондоҙ матур, бәхетле тормош хаҡында хыяллана, әммә тормоштоң үҙ ҡағиҙәләре. Һәр кешенең яҙмышы үҙ ҡулында икәнен ул ваҡыт үткәс кенә аңлай: әгәр ҙә һынауҙарҙы үтә алмаһаң, бәхетле көндәргә лә өмөт итеп булмай…
Ролдәрҙә : Лилиә Ғәлина, Морат Рафиҡов, Эльвира Юнысова, Гүзәл Маликова, Ирек Булатов, Гөлфиә Рафиҡова, Айһылыу Йомағолова, Айым Сөләймәнова,Айҙар Шәмсетдинов, Айнур Ғәбитов.