Спектакль 2014 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына ҡуйылып, үҙенсәлекле сәнғәт өлгөһө булараҡ, тамашасыларҙың йөрәген яуланы. 2016 йылда «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһы һәм фестиваленең «Бәләкәй формалағы иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше» (А. Абушахманов), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Г. Ҡаҙаҡбаева), «Иң яҡшы сценография» (А. Нестеров) номинацияларына дәғүә итте һәм “Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше» номинацияһында еңеүсе тип танылды.
2014 йылда Ҡазандағы төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара фестивале “Науруз” сиктәрендә тамашасыларға күрһәтелде.
2024 йылдың апрель айында “Ҡара йөҙҙәр” спектакле Венгрияның баш ҡалаһы Будапештта уҙған 11 Халыҡ-ара “МИТЕМ” театр фестивалендә ҡатнашты.
Мөһим ваҡиға уңайынан бөтә ижади коллективты ҡайнар ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!