“ҠАРА ЙӨҘҘӘР”ҘЕҢ АҠ СӘХНӘ ЮЛЫ

“ҠАРА ЙӨҘҘӘР”ҘЕҢ АҠ СӘХНӘ ЮЛЫ

Мәжит Ғафури әҫәре буйынса Айрат Абушахманов, Шәүрә Ғилманова инсценировкаһына ярашлы ҡуйылған “Ҡара йөҙҙәр” спектакле Башҡортостандың төп театры репертуарында тиҫтә йылдан ашыу лайыҡлы урын биләй. Халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып, “Алтын битлек” премияһы номинанты булып, Будапешт ҡалаһында үткән MITEM фестивалендә булып, был спектакль башҡорт театр сәнғәтен донъя кимәлендә танытып йәшәй.

2025 йылдың 10-16 ноябрендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Ҡазан ҡалаһындағы Ҙур гастролдәре сиктәрендә Ғ. Камал исемендәге Татар академия театрының яңы бинаһында “Ҡара йөҙҙәр” спектаклен тәҡдим итте. Был постановканың төп үҙенсәлеге – тамашасының сәхнә яҡлап ултырып, хәл-ваҡиғаларҙың зал фонында, халыҡҡа ҡул биремендәй яҡынлыҡта барыуы.

Трагедия үҙәгендә − кеше тәбиғәте. Дин-шәриғәт ҡанундарына һылтанып, наҙан халыҡтың ике йәш кешене һәләк итеүе. Был драманан да ҡыҙғанысыраҡ спектакль юҡтыр..