10 ноябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Ҡазан ҡалаһындағы гастролдәрен асыусы спектаклде – “Бөйрәкәй”ҙе уйнар алдынан Ғ. Камал исемендәге Татар академия театрының сәнғәт етәксеһе Илгиз Зайниев, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының директор вазифаһын башҡарыусы Зиннур Сөләймәнов, баш режиссер Айрат Абушахманов ҡатнашлығында Ҙур гастролдәребеҙҙе асыу тантанаһы үтте. Камал театры коллективы ихлас ҡаршы алып, “Сәнғәтегеҙ менән беҙҙе бәхетле итәсәкһегеҙ, хуш килдегеҙ, гастролдәрегеҙ уңышлы уҙһын”, тип сәләмләне.
Таңсулпан Ғарипова әҫәре буйынса ҡуйылған “Бөйрәкәй” спектакле Ғ. Камал исемендәге Татар академия театрының элекке бинаһында уйналды, гастроль программаһындағы башҡа спектаклдәр Камалдарҙың яңы, заманса йортонда үтәсәк. Әйткәндәй, коллегаларыбыҙҙың өр-яңы сәхнәһенә беренсе булып гастролгә килеүселәр ҙә беҙ икән. “Башҡорт һәм татар театр сәнғәтен үҫтереүгә, ижади дуҫлыҡты йәшәтеүгә тос өлөш индергән алмаш гастролдәр – ике тоғро дуҫтың көтөп алынған осрашыуы ул. Сығыштарыбыҙ ихлас, залдарыбыҙ тулы булһын”, – тигән теләктәр еткерҙе сара барышында М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры вазифаһын башҡарыусы Зиннур Сөләймәнов.