Кассы театра: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Новости

ПОЗДРАВЛЯЕМ ПОБЕДИТЕЛЕЙ КОНКУРСА!

Рады объявить имена победителей конкурса рецензий, организованного Башкирским академическим театром драмы им.М.Гафури в рамках проекта «Театр+». Самыми лучшими названы работы Гульдар Гафаровой, Розы Янбердиной, Ляйсан Шакировой и Айгуль Юнусовой.

Поздравляем победителей и желаем им новых творческих успехов!

Ниже прикрепляем рецензии победителей.

БӘХЕТ ӨСӨН БИК КҮП КӘРӘК ТҮГЕЛ!-

«Бәхет хаҡы» мелодрамаһына рецензия.

Һәр ғаиләнең үҙенә генә хас ғәҙәттәре, традициялары була. Был тәбиғи, сөнки ғаилә йәмғиәттә формалаша, заманға яраҡлашып йәшәргә тырыша.Тормоштоң матди яғын ҡайғыртып ҡына йәшәү түгел, ә рухи яҡтан да үҫешеү һәр кем өсөн оло ҡануниәт булып тора. Беҙҙең ғаилә лә ижадҡа, бигерәк тә шул матурлыҡты тыуҙыра алыусыларға һоҡланып йәшәй. Шуға күрә, ял көндәрен Ишембай-Өфө тарафтарын бер ни күрмәй, баш ҡалаға Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына юлланырға тырышабыҙ.Үҙебеҙ эш буйынса сәхнәнән йыраҡ кешеләр булһаҡ та, күңелебеҙ менән ҡараған һәр спектаклды йылы ҡабул итеп, ҡайһы бер ролдарҙы йә хуплап, йә әрләп, хатта аҙналар буйы фекер алышабыҙ. Форсаттан файҙаланып,иң яратып ҡараған (3 тапҡыр), бер беҙҙе генә түгел, ә башҡа тамашасыларҙы ла, моғайын, тәрән уйҙарға һалған, тормош, йәшәү асылын,мәғәнәһен төшөндөрөп биргән “Бәхет хаҡы”музыкаль мелодрамаһы тураһында фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын артабан.

Мелодраманың режиссеры — Айрат Абушахманов шул хәтлем халыҡ күңеленә, йәшәйешенә яҡын итеп сәхнәләштергән әҫәр был. Сөнки актерҙар уйнаған ваҡиғалар ҡәҙимге тормошта ла бихисап. Эйе ул беҙ, көнө-төнө эш, донъя,яҡты ҡояш аҫтында үҙ дәрәжәбеҙҙе булдырырға теләп йүгергән кешеләр. Ә башҡаһы... Башҡаһы көтөп тә тора. Аҡса табабыҙ,донъя етеш, иң мөһиме балалар замана әйберҙәренә ҡытлыҡ кисермәй. Әммә бер миҙалдың да ике яғы булған кеүек, тормош алҡымдан килтереп ҡыҫа бер саҡ, нәҡ шул ваҡытта нисек йәшәнем мин, дөрөҫмө, юҡмы тигән уйға ҡалаһың. Режиссерҙың ошо хәл-ваҡиғаларҙы йөрәктең иң нескә ҡылына үткәнсе бирә алыуы,сәхнәлә ваҡиғалар алмашынған һайын тамашсыларҙың залда өҙлөкһөҙ илап ултырыуы, тәрән уфтанып ҡуйыуҙары һөйләй. Беҙ беренсе тапҡыр ҡарағанда ғына түгел, ә икенсе, хатта өсөнсөһөндә лә хис-тойғоларҙы йүгәнләй алманыҡ, шул уҡ күҙ йәштәренә быуылып тик ултырҙыҡ, рентген нурҙары кеүек, мелодрама һәр бер күҙәнәгебеҙ аша үткән кеүек тойолдо Шуныһы ҡыҙыҡлы, беҙ әле йәштәр генә, томоштоң әллә ни аһ-зарын күреп өлгөрмәнбеҙ, ныҡлы тәжрибә лә тупламағанбыҙ, әммә киләсәккә әллә күпме фәһем алдыҡ. Режиссерҙың дөрөҫ итеп әҫәрҙе бирә алыуында торалыр спектакль уңышының төп нигеҙе.

Спектаклдың композиторы — Мөҙәрис Ғәзетдинов турыһында ла яҡшы һүҙҙәр генә яҙаһы килә.Сөнки сәхнәлә яңғыраған һәр бер йыр, көй үҙенсәлекле, күңелгә үтеп инә, мелодраманы биҙәп, байытып бара.
Ә актерҙар һуң!Һәр береһе үҙенсә маһир, үҙенсә талантлы. Башҡортотан сәхнәһенең йөҙөк-ҡаштары булған Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Рәзифә Динмөхәмәтова, Артур Ҡунаҡбаев, Светлана Хәкимова,Ирада Фазлаева, Руслан Хайсаров һ.б. ысын тормош ваҡиғаларын бәйән итәләрме ни!Шул хәтлем оҫта башҡаралар хатта сәхнә һәм актерҙар ғына бит ул тип әйтерлек тә түгел.

Ә шулай ҙа уйландыра... Бигерәк тә Зариф ағайҙың яҙмышы. Ул бит сәхнә өсөн, халыҡҡа йәм килтерер өсөн яратылған кеше. Булмышы эшенән ғибәрәт. Ә ниңә һуң Хоҙай Тәғәлә бар бәләләрҙән дә араламаны икән геройҙы? Сөнки Зариф ағай тормошта алтын урталыҡ тапмағанға, моғайын . Ярай премьералар, репетициялар булһын да ти, ә ниңә шунда ҡайһы берҙә улыңды ла алып бармаҫҡа. Әйҙә йөрөһөн, бәлки атайға оҡшап актер һөнәрен дә һайлар ине. Шул саҡта әллә күпме бәләләрҙан ҡотолоп булыр ине. Әминәгә өйләнеү кәрәктеме икән? Көсләп асылған күҙҙең бер ҡасан да яҡтыһы булмай бит. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙ ир-егеттең һөйөүөн көсләп яуларға тейеш түгелдер ул. Йә бар мөхәббәт, йә әллә нимә эшләһәң дә яратып булмай ул.Был ғаиләнең селпәрәмә килеүелә нәҡ мөхәббәт булмауҙандыр тигән фекерҙәмен. Сөнки байлыҡ түгел, дәрәжә түгел, тик һөйөү генә, бар ҡаршылыҡтарҙан һаҡлай ир менән ҡатын араһын. Яратыуҙа үҫкән бала ла, был донъяны тик йылы ғына төҫтәрҙә күрә.

Һорауҙар, һорауҙар борсой мелодраманан һуң мине... Үҙемә һорау бирәм дә эстән генә герой менән һөйләшеп яуап табырға тырышам.Әгәр ҙә Заһиҙә менән ҡазаға тарымаһа, уның менән геройыбыҙ ҡауышһа, сәстәрен-сәскә бәйләһә яҙмыштары нисек булыр ине икән? Бәлки, бөтөнләй икенсе юҫыҡта үтер ине. Шулай ҙа, үкенесле булһа ла, бушҡа уҙмаған бит Зариф ағайҙың ғүмере. Иң мөһиме,яратҡан кешеһенән ҡыҙы табылыуы донъяның серлелегенә тағы бер ишара. Һуңғы һулышына тиклем эргәһендә ышаныслы дуҫтары булыуы ла геройҙы ыңғай яҡтан һүрәтләй. Күптәребеҙ ошондай таянысыбыҙ булыуы менән дә бәхетле бит! Эшендә лә халыҡ күңелендә уйылып ҡалырлыҡ яҡты иҫтәлектәр генә ҡалдыра Зариф ағай.

Дөйөмләштереп әйткәндә, был мелодрамны ҡараған һәр кеше тормошона икенсе яҡтан ҡарап баһалағандыр, тигән уйҙамын. Хәҡиҡәт, әсе дөрөҫлөк был әҫәрҙә һәм ул күптәрҙең тормошоноң сағылышы. Театр биргән был фәһемле дәрес ғүмерлек.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары сәхнәләштергән бар драма әҫәрҙәре лә иҫ киткес. Мөмкинлек булһа, һәр береһе тураһында айырым һөйләрлек. Киләсәктә республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған театрға яңынан-яңы үрҙәр, асыштар теләйһе килә.

Роза Йәнбирҙина,

Ишембай ҡалаһы

Рецензия на спектакль «Навстречу мечте»

Думаю, все люди на планете Земля любят мечтать: на протяжении своей жизни мы грезим о каких-то вещах, событиях, мечтаем кем-то стать, ставим цели и иногда добиваемся их... Стремясь к своей мечте, мы преодолеваем препятствия, и, если честно, иногда препятствуем мечтам другим людей. Это всё взрослые мечты, а есть детские мечты, которые стоят особняком. Они немного другие...они могут быть приземленнее, могут наоборот быть очень великими, но то, что их отличает – хрупкость. Спектакль «Хыялға ҡаршы»( навстречу мечте, но в то же время наперекор, вопреки чему-то или кому-то) именно о детских мечтах, ожиданиях, планах, осуществление, которых усложняется таким понятием, как детский дом.

Актеры спектакля «Навстречу мечте», который был поставлен по повести А. Баймухаметова «Не оставляй, мама», рассказывают о жизни детдомовских детей… Да, именно рассказывают, а не пытаются перевоплотиться в них. Ведь детдом – другой мир, который многим из нас, к счастью, непонятен. Какими бы талантливыми ни были актеры, думаю, никому никогда не удастся погрузиться в гамму чувств, которую испытывает ребенок, выросший в детдоме, никому не удастся пройти его дорогу, почувствовать его слёзы и радости. Конечно, если самого актера не постигла такая участь.

Интересно, что на сцене нет декораций, режиссёр не пытается воссоздать обстановку, которая царит в том или ином явлении спектакля. Ильсур Казакбаев делает акцент на игру актеров, делает акценту на события из жизни героев. Помимо игры актеров, важным элементом спектакля являются кубики, которые с первого взгляда, казалось бы, не играют никакой роли, но с погружением в спектакль, зритель понимает, что к чему. Кубики формируют стену – препятствия на нашем пути. Задача каждого из нас, в независимости от того, кто мы, пробивать эту стену. Нужно отметить, что на протяжении спектакля актеры складывают из этих кубиков имена. Трудно говорить наверняка, но, возможно, режиссер хотел донести до зрителя, что все люди, который нас окружают, могут являться частью этой стены – частью этих препятствий.

Вопрос зло детдом или нет, остается открытым - ясно одно, он меняет и детей, и людей. Не всегда понятно, в какую сторону, но кардинально. Возьмем Ильяса – главного героя, если бы не испытания, которые встали на его пути – он, возможно, не добился бы своей цели. Символической становится смерть Фарита: он переступил свой страх перед Даяном ради друга, но за чертой его ждала гибель. На протяжении спектакля, возникает много вопросов, на которые зритель должен получить ответ – получить ответ ни от режиссера или актеров, даже не от А. Баймухаметова, а от самого себя. Можно ли винить заведующую детским домом МавлидуНургалиевну за жёсткий характер? Каждый зритель решает сам для себя. Она старается быть жестче, чем жизнь этих ребятишек, старается гасить их мечты, не даёт надежд на великое будущее, потому что понимает его у этих детей, скорее всего не будет. Нельзя не отметить музыкальные вставки, которые разбавляют настроение спектакля и, в какой-то степени, пересекаются с действия, которые происходят в спектакле.

В конце спектакля мы видим ответ на вопрос, который волнует и будет волновать людей ещё ни один десяток лет: Детский дом – зло или добро? Детдом – ни добро и ни зло, детдом – это детдом. И, конечно, самая главная идея спектакля: если чего-то очень хотеть – можно добиться, какие бы преграды не готовила нам жизнь. Наперекор всему – навстречу мечте!

Ляйсан Шакирова

Мин − ҡатын-ҡыҙ” спектакленә рецензия.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт акдемия драма театры –башҡорт халҡының рухи көсөн нығытыусы, үткәнде киләсәккә еткереүсе, һине кеше итеп танытыусы театрҙарҙың береһе. Театр – күңел байлағы” тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Килгән тамашасының күңеле таҙара, даирәһе киңәйә...

Республикабыҙҙа башҡорт драма театры иң көслө, данлыҡлы артистарға бай булған театрҙарҙан һанала. Үткән менән бөгөнгө, бөгөнгө менән киләсәкте бәйләй, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен нығыта, башҡорт халҡының мәҙәниәтен сағылдыра.

Спектаклдәрҙең халыҡ һөйөүен яулауҙа режиссерҙың да роле бик ҙур. Шуға ла уға ҙур көс, яуаплылыҡ эше йөкмәтелә. Йәш, талантлы, бай фантазиялы режиссерҙарҙың береһе, халыҡ алдында танылыу яулап өлгөргән – ул Илсур Ҡаҙаҡбаев. Әлеге көндә сәхнәгә уның “Мин - ҡатын-ҡыҙ”, “Хыялға ҡаршы”, “Һөйәһеңме – һөймәйһеңме...” һәм балалар өсөн “Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы”, “Диңгеҙ. Утрау. Хазина”, “Итекле бесәй” спектаклдәре ҡуйылды. Барыһын да халыҡ яратып ҡабул итте, әле лә көтөп ала. Хәтерҙән сығара алмаҫлыҡ, халыҡ теленән төшөрмәҫлек спекталдәре араһында Туфан Миңнуллин әҫәре буйынса ҡуйылған “Мин – ҡатын ҡыҙ” спектакле лә бар. Әҫәрҙең сәхнәгә ҡуйылыу көнө 2014 йылдың 18 апреле. Ошо арауыҡ эсендә тиҫтәләгән тамашасының яратҡан спектакленә әйләнде. Спектаклдә бөгөнгө тормоштоң проблемаларына ярашлы 6 милләт ҡатын-ҡыҙының тормошо һүрәтләнә.

Сәхнә матур биҙәлгән, күгелйем балҡыуҙар, гөл-сәскәләр, йәшеллек менән һуғарылған. Әйтерһең дә ергә яҙ яҡынлаша, яңы тормош башлана кеүек. Ер йөҙөндә һәр ҡатын-ҡыҙҙың оло мәғәнәһе, ҙур бәхете әсә булыуҙа. Үҙенән һуң аҡыллы, батыр, матур, рухлы киләсәк ҡалдырыу. Уға ошо төшөнсәнән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән? Шулай ҙа, күптәребеҙ ошо бәхетте аңлап етмәй, йәшәү мәғәнәһен бөтөнләй икенсе әйберҙә күрә, башҡа юлды һайлай.

“Мин – ҡатын-ҡыҙ” спектакле һәр ҡыҙ өсөн оло һабаҡ, дәреслек, күҙҙәрҙе асыусы, балаға һөйөү уятыусы, ынтылыш биреүсе спектакль булып тора, күҙ йәштәре, күңел һыҡтауҙары аша ҡарарға мәжбүр итә. Спектакль сағыу яҡты башланып китһә лә, тетрәндергес, ярһыулы атмосфераға алып инә һуңынан. Уйланыуҙарға һала, тормошоңдо мең ҡабат күҙ алдынан үткәрә. “Мин − ҡатын ҡыҙ”ҙың төп үҙенсәлеге 6 төрлө милләт ҡатын- ҡыҙының бер дауаханала осрашып танышып китеүе... Һәр кемдең үҙ хәстәре, проблемаһы, үҙ тормошо. Актерҙарҙың спектакль барышында үҙенсәлекле, нәзәкәтле, һығылмалы итеп бейеүҙәре лә сәхнәгә йән өйрә, тағы ла тетрәндергесерәк итә.

Ҡаҙаҡ ҡатыны үҙен гел йәмһеҙ итеп һанай, бапес тапҡан һайын матурлығым юйыла тип курҡа, хафалана. Тормош иптәшенең ҡатыны тип өҙөлөп бармауы ла аяныс уята. Япон ҡыҙы иң шуҡ, иң йәш әсә итеп бирелә. Әсә булырға йыйынған һылыуҙың әле үҙенең күҙҙәрендә бәпес төҫө уйнай кеүек.

Күп тамашасыны тетрәндергән персонаж –ул балаһын ҡалдырып китергә әҙерләнгән Дилема булғандыр. Һалҡын ҡанлы, үҙен генә ҡайғыртҡан, карьераһын уйлаған, бәпесте уйынсыҡ урынына күргән, ваҡытһыҙ тип һанаған ҡатын бөтәһенең дә йөрәген өтә, бала бәғерһеҙ тиҙәр уйдай кешеләрҙе.

Ысын әсә булып һынланған, йылы ҡарашлы, наҙлы тауышлы персонаждарҙың береһе башҡорт һылыуы Гөлфинә булды минең өсөн. Нисәнсегә инде әсә исемен алып, ирен бәпес, балаларын туған менән һөйөндөрөргә итә. Уның сабырлығы, түҙемлеге, аҡыллы, кәңәшсе була белеүе йәлеп итә күптәрҙе, хатта спектаклдәге башҡа персонаждарҙы ла. Һылыуҙарҙа теләгән теләктәре зал тамашасылары өсөн дә оло һабаҡ. Шулай уҡ тетрәндергес персонаж итеп ошо ҡатындар араһында йөрөгән бер иҫәр һылыуҙы әйтер инем. Йүләр сағында аборт эшләтеп, бөгөнгө көндә бала таба алмай ыҙаланған бәхетһеҙ ҡатын. Дауаханала ятҡанда Дилеманың бепес тапҡас, баланы уға ҡалдырыуын ялбарып һорап бөтә. Бахырҡай, ҡасандыр яҙмышына үҙе аяҡ салып, бөгөн ошондай хәлдәр кисерә. Йүләр саҡта уйламаған хата эшләп, ғүмерлеккә бәхетһеҙ ҡалырға мөмкин. Был персонажыбыҙ беҙгә ошо хатҡа иҫкәртә! Бәхетенә күрә Аллаһы Тәғәлә уны ишетә, хатаһын ғәфү итә. Спектакль аҙағында был ҡатын да ауырға ҡала, күренеште күҙ йәштәрһеҙ ҡарау мөмкин түгел, йөрәк бына-бына сығып йүгерер төҫлө. Спектаклдә мин кире геройҙарҙы күрмәйем. Икенсе юлға тайпылып барыусы, әсәй булырға әле әҙер булмаған ҡайһы бер бәхетһеҙ һылыуҙарҙы ғына күрәм. Ни өсөн бәхетһеҙ? Сөнки бәпес тапмаҫ элек нисәмә уй йүгереп үтә уларҙан, нисәмә һыҙланыуҙар, киреләнеүҙәр... Ә бәпестәрен ҡулына алғас... Башлана ла инде бөтөнләйгә икенсе тормош, икенсе мәшәҡәттәр, уйҙар, хыялдар! Бала бәғерһеҙ булған Дилеманы ғына алып ҡарайыҡ, икенсе ҡатын-ҡыҙ төҫөн ала, әсә булып үҫешә башлай. Спектакль барышында 6 милләт халҡының бишек йырҙарын ишетеү һушты ала. 6 телдә яңғыраған йырҙарҙы беҙҙең актерҙарыбыҙ бик оҫта, яғымлы итеп башҡара. Бында яңғыраған бишек йырҙары туңған йөрәкте иретергә лә мөмкин. Режжисер биҙәлеш яғын да бик оҫта ҡулланған. Аҡ халатлы, баштарына яулыҡ ябынған буласаҡ әсәйҙәр, сәхнәлә асыҡ төҫтәр өҫтөнлөк итә. Ғөмүмән, ябай күҙҙе генә түгел, ә күңел күҙен дә йәлеп итә алырлыҡ спектакль! Урынлы спектакль! Бөгөнгө көн спектакле! Ҡатын-ҡыҙ спектакле! Биҙәлеш, актерҙарға роль биреү, бишек йырҙарын яңғыратыу, иң мөһиме тематика яғынан бик уңышлы ҡуйылған! Яҡшы спектакль- ул халыҡ күңелендә эҙ, тойғо ҡалдырырға хаҡлы. Халыҡтың фекерен, йәшәү даирәһен үҙгәртеүгә тиклем барып еткән осраҡтар була. Был спектакль - оло һабаҡ! Тормош һабағы! Яңылыш юлдан тайпылып барыусы һылыуҙарҙы тура юлға этәреүсе , әсә төшөнсәһен йөрәк түренә тиклем илтеп ҡуйыусы, был тормошта йәшәү мәғәнәһен аңларға ярҙам итеүсе ул, мин ҡатын ҡыҙ спектакле. Көслө! Рухлы! Һабаҡ! Спектакль генә түгел, ә һәр кем өсөн хәстәрлек!

Ҡатын-ҡыҙҙың оло мәғәнәһе,

Ҙур бәхете әсә булыуҙа!

Мөғжизә түгелме, “әсәй” тиеп,

Өндәшһәләр ул да, ҡыҙың да!

Айгөл Юнысова,

Өфө ҡалаһы

«Йософ һәм Зөләйха » спектакленә рецензия

Режиссер-Олег Ханов
Рәссам-Альберт Нестеров
Композитор-Урал Иҙелбаев
Хореография һәм пластика-Сулпан Асҡарова,Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы
Премьера көнө-21 октябрь 2017 йыл

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры халыҡты үҙенең спектаклдәре менән һәр ваҡыт һөйөндөрөп тора. Олег Хановтың «Йософ һәм Зөләйха» музыкал риүәйәте сәхнәләштереүен ҡарағандан һуң үҙемдең уй-кисерештәрем, теләктәрем менән бүлешкем килде.
Волга-Урал төбәгендә йәшәгән халыҡтарҙың бөйөк шағиры, аҡыл эйәһе Ҡол Ғәлиҙең киң танылыу яулаған һоҡланғыс һәм илаһи мөхәббәт дастаны — «Ҡисса-и Йософ» («Йософ китабы») буйынса ҡуйылған сәхнә әҫәре йәшен дә, оло быуын вәкилдәрен дә үҙенә йәлеп итте. Сәхнәнең биҙәлеше, музыка- барыһы ла урынлы һәм дөрөҫ ҡулланылған. Актерҙар үҙҙәренең ролен урын еренә еткереп башҡарҙылар.Улар үҙҙәрен сәхнәлә иркен тоттолар,гүйә, сәхрәлә кеүек хис иттеләр.
Мин Ҡол Ғәлиҙең «Ҡисса-и Йософ » дастанын спектакль булмаҫтан алда,бер нисә көн элек,уҡыған инем. Шул саҡта әҫәр буйынса спектакль булырын ишеткәс тә, «Ә ниңә бармаҫҡа?»- тип үҙ-үҙемә һорау биреп ҡуйҙым.
Әҫәрҙә төп герой – ислам пәйғәмбәре Йософ. Ул һәр ваҡыт аҡыл һәм сабырлыҡ менән эш итә.
«Йософ һәм Зөләйха»спектакле Йософтоң (Руслан Хайсаров) төш күреүе менән башлана. Был төшөн атаһы Яҡупҡа (Башҡортостандың халыҡ артисы- Илдар Сәйетов) һөйләй һәм ул юрай. Сер итеп һаҡларға ҡуша. Тик Яҡуптың үгәй ҡыҙы (Фирҙәүес Ғиззәтуллина) ишетеп, ағаларына әйтә. Улар көнләшәләр, Йософтан ҡотолорға теләйҙәр. Атаһын алдап, уны яланға алып сығалар һәм ҡойоға ташлайҙар. Ошо урында ағалары бик насар эш ҡылалар, Аталарына Йософтоң ҡанлы күлдәген күрһәтеп, бүре ашаны тип алдарға оялмайҙар хатта.
Йософто ҡойонан ҡаруансылар (Башҡортостандың халыҡ артисы – Алмас Әмиров) ҡотҡара. Мысырға етеп, ул ҡиммәт хаҡҡа ҡол итеп һатыла. Уны батша (Ринат Баймырҙин) һатып ала. Батшаның ҡатыны Зөләйха (Гөлнара Ҡаҙаҡбаева) Йософҡа ғашиҡ була. Әйтергә кәрәк, ул алдан да төштә күреп, оҙаҡ йылдар буйы уны көтөр булған. Тик Йософтоң ғына иҫе китмәй, шуға ла асыуынан зинданға яптыра. Ун ике йыл буйы ята Йософ. Унда шарапсы һәм икмәксе менән булған күренештәр ҙә бик сағыу яҡтыртылған. Йософ уларҙың төштәрен юрай.
Бер саҡ Мысыр батшаһы төш күрә һәм шарапсы Йософҡа уны илтеп төшөн юрата. Батша зиндандан сығара. Ашлыҡ запасы әҙерләп, аслыҡтан ҡотҡара.
Йософ Мысыр илендә батша булып өлгөрә. Ҡарсыҡ (Башҡортостандың халыҡ артисткаһы-Нурия Ирсаева) хәленә ингән Зөләйха ла һылыулана.Улар өйләнешәләр.
Бер саҡ Йософтоң ағалары аслыҡтан Мысырға киләләр. Йософ уларҙы таный һәм һарай һалдыра.Ошонда ул ағалары менән бәйле хәл-ваҡиғаларҙы төшөрөп ҡуйҙыра. Шуның менән Йософ үҙен таныта. Күрһәткән яуызлыҡтары өсөн ағалары үкенә,ә батша уларҙы ғәфү итергә әҙер тора. Барыһы ла бергә йәшәй башлайҙар, аталары ла Мысыр иленә килә.

“Йософ һәм Зөләйха” спектаклендә дастанда һөйләнелгән күп кенә ваҡиғалар сағылыш тапмай. Мәҫәлән, Йософтоң әсәһе менән һөйләшеүе, ҡаруансының Йософто туҡмағандан һуң дауыл ҡубыуы һ.б.Шулай ҙа бик үҙенсәлекле спектакль булды. Был сәхнә әҫәре тамашасы тарафынан бик йылы ҡабул ителде тип әйтә алам. Йософтоң иң ҡәҙерле кешеһе өсөн ағаларын ғәфү итеүен сағылдырған күренеш бигерәк оҡшаны. Зөләйханың үҙ мөхәббәтенә тоғро ҡалыуы минең өсөн ниндәйҙер фәһем булды тип әйтә алам.
Тамаша залында ултырған һәр кем, моғайын да, изгелектең яуызлыҡ тарафынан еңелеүе , ғаиләнең һәм илдең именлеге,халыҡтың матур яҙмышы иң тәүҙә кешенең үҙ-ара мөнәсәбәтендә, башҡаларҙың эштәрендә тоғролоҡ, ихласлыҡ, түҙемлелек кеүек сифаттарға эйә булыуында икәне хаҡында уйланғандыр. Был спектаклдән барыһы ла ниндәйҙер булһа фәһем, тәрбиә алғандыр тип уйлайым.
Мин, үҙ сиратымда,барыһына ла «Йософ һәм Зөләйха» спектаклен ҡарарға кәңәш итәм. Театр халыҡҡа тәрбиә бирәме? Хәйер, бер нисә сәғәт эсендә тәрбиәләүгә өлгәшеү мөмкин дә түгелдер. Ә шулай ҙа, мәҙәни өлкәгә килеп, ниндәйҙер кимәлдә һабаҡ алып, кеше уйлана икән, театрҙарыбыҙ йәшәйәсәк, уның юғары кимәлдә ҡуйылған премьераларына халыҡ ағылп киләсәк.

Гөлдәр Ғафарова,

Өфө ҡалаһы

Комментарии читателей статьи "ПОЗДРАВЛЯЕМ ПОБЕДИТЕЛЕЙ КОНКУРСА!"

  • Оставьте первый комментарий

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *