ХЫЯЛЫЙ
С.Әбүзәр
“Хыялый”
Лирик комедия
(2010 йылда драма әҫәрҙәре яҙыусыларҙың Республика конкурсында
Гран-при яулаған пьеса)
Ҡуйыусы режиссер – Арыҫлан Йәнбәков
Рәссам– Руслан Мәғәлимов
Композитор – Юлай Үҙәнбаев,
Ш.Бабич ис.дәүләт республика йәштәр премиһы лауреаты
Балетмейстер - Сулпан Аскарова,
Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы
Ролдәрҙә -
Ғиззәт - Илдар Сәйетов, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.
Шәрифә - Шәүрә Дилмөхәмәтова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Йондоҙ - Алһыу Ғәлина-Ғафарова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы
Закир - Рәүис Заһитов, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.
Сәлим - Азамат Ғафаров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Премьера көнө - 28 июнь, 2010йыл
Аннотация
… Ябай бер ауылда, ябай ғына кешеләр араһында йәшәй хыялға бай Ғиззәт бабай. Ҡарттың барыһы ла әҙәмсә - йорт ҡураһы бына тигән, “бабай” тип өҙөлөп торған ҡарсығы… Тик ул башҡаларға оҡшамаған: хыялға бай, “ябалаҡ” тип тә йөрөтәләр үҙен. Күк зәңгәрлеген, донъя матурлығын уның ише тағы берәү күрә, тоя аламы икән?!
Көндәрҙән - бер көндө ошо ауылға бер врач ҡыҙ эшкә килә. Исеме есеменә тап килгән һылыуҙың– Йондоҙ! Уны Ғиззәт бабай менән Шәрифә инәй йортона урынлаштыралар. Ғиззәт ҡыҙға мөкиббән ғашиҡ була… һәм үҙенең иң изге хыялын тормошҡа ашырырға тотона…




